Отправка жалобы
Пожалуйста, сообщите нам причину, по которой страница https://top100vk.com/group/57509785/ должна быть проверена.
Нет ограничений
открытое
Сообщество не верифицировано администрацией ВКонтакте
У сообщества нет огня Прометея
57509785
shaehzada_babich
Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы
«Әлмисаҡтан һин шағирһың, тип Хоҙайҙың әмере бар, Әмеренә иттең хилаф — мәлғүн мөхиттең йәбере бар...» «Йәш шағирға». Шәйехзада Бабич.
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең муллаһы, Мөхәммәтзәкирҙең мәҙрәсәһендә ала. 1910 йылда ҡаҙаҡ далаларында ҡаҙаҡ балаларын уҡыта. Шәйехзада Бабич 1911–1916 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ», «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә. Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. 1917 йылдың көҙөнән башҡорт милли хәрәкәтенең ҡатнашыусыһы, Автоном Башҡурдистандың Башҡорт өлкә шуроһының сәркәтибе, "Башҡорт" газетаһының мөхәррире, башҡорт йәштәре ойошмаһы "Тулҡын"дың етәксеһе. 1918-1919 йылдарҙа башҡорт ғәскәренең хәрби корреспонденты булып эшләй. 1919 йылдың 28 мартында Башкорт Ғәсҡәрҙәре Ҡыҙылдар яғына күскән ваҡытта староверҙар тарафынан йыртҡыстарса, меңдәрсә өлөштәргә турап үлтерелгән.
публичная страница
16+
Поэт
ограниченная
не указан
Сайт TOP100VK.COM НЕ собирает и НЕ хранит данные. За достоверность информации сайт ответственность не несет.
Пожалуйста, сообщите нам причину, по которой страница https://top100vk.com/group/57509785/ должна быть проверена.