Рәшит Назаровтың ижады тураһында ошо төркөмдә яҙып барасаҡбыҙ, рәхим итегеҙ! https://vk.com/ramigaripov
Отправка жалобы
Пожалуйста, сообщите нам причину, по которой страница https://top100vk.com/group/50326825/ должна быть проверена.
Нет ограничений
открытое
Сообщество не верифицировано администрацией ВКонтакте
У сообщества нет огня Прометея
50326825
rashit_nazarov
Рәшит Назаров - Рашит Назаров
Мин донъяға илап түгел, көлөп тыуғанмын...
Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә, кескәй Рәшит бик йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай (1963-1966 йылдар), ләкин ул һалдат хеҙмәтенән ауырып ҡайта. Артабан ул айҙар буйына дауаханала ята, өйҙә уға бик һирәк булырға тура килә. Армияла Рәшит Назаров әҙәби ижад менән өҙлөкһөҙ шөғөлләнә, күп яҙыша. Ғүмер буйы ижад иткән ҡайһы бер шағирҙарҙан да күп яҙыша ул, әйтерһең дә яҙмышын алдан күрә белә. Рәшит ныҡ ҡабалана, тәүлектәр буйына эшләй. Һөҙөмтәлә көн һайын ваҡыт ағышына буйһонмаған , бәҫен һәм әһәмиәтен юғалтмаған 4-5 яңы шиғыр тыуа. Рәшит Назаровтың тәүге йыйынтығы 1965 йылда баҫыла, ул «Таңды ҡаршылау» тип атала. Был ваҡытта йәш шағирға ни бары 21 йәш була. «Ҡояш юлы буйлап» исемле икенсе китабы 1972 йылда баҫылып сыға. Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да,йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып атыла . Үкенескә ҡаршы, ҡаты ауырыуы арҡаһында шағир артабан ижад итеүҙән мәхрүм ҡала. Рәшит Назаровтың шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадындағы иң яҡшы шиғри үрнәктәр менән тиңләнә. Улар ифрат тәрән фекерле, ихласлығы, уҡымлы булыуы менән арбай. Йәш шағир уларҙа ваҡыт ағышын, атай-олатайҙарҙың аманатын дөрөҫ тотоп алған. Үкенескә ҡаршы, иҫ киткес талантлы шағирҙың исеме билдәһеҙлектә ҡала килде. Икенсе һәм өсөнсө китаптары баҫылғас (1991 йыл, редакторы Әсхәл Әхмәт- Хужа, «Йөрәгемде һеҙгә илтәм »), ике тиҫтә йыл үтеп китә . Тик 1993 йылда ғына Рәшит Назаровты БР Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул итәләр. 1996 йылда ул Ауырғазы районы хакимиәте булдырған Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге тәүге премия лауреаты булып китә. 1994 йылда талантлы шағирҙың «Йәшен» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә (редакторы Риф Мифтахов) –йыйынтыҡ к бөйөк шағирҙы
публичная страница
16+
Литература
ограниченная
не указан
Рәшит Назаровтың ижады тураһында ошо төркөмдә яҙып барасаҡбыҙ, рәхим итегеҙ! https://vk.com/ramigaripov
Рәшит Назаров - сатира оҫтаһы КОММЕРСАНТ Бар дуҫтарын, тауҙай табыш алып, Һатты ул бер саҡта, Һәр дошманды йыя башланы ул Осһоҙ ғына хаҡҡа... Хәҙер дошмандарҙы һатмаҡ, тиҙәр, - Алыусы юҡ. Яңы дуҫтар тағы алмаҡ, тиҙәр, - Һатыусы юҡ. 1963й.
Рәшит Назаров - сатира оҫтаһы. МӘЛ ҺӘМ ӘМӘЛ Күтәрҙеләр уны... Бокалдар ҙа бергә күтәрелде Был шатлыҡтан... Түрә иҫереп ҡайтты. Төшөрҙөләр бына... Ҡайғыға ни бокал күтәрмәйҙәр, Ул был юлы яңғыҙ - "Төшөрөп" ҡайтты... БАЛЫҠСЫ Ҡаршыһына һыу ҡуйған да бер көрөшкә, Баштан-аяҡ сумған кеүек бер ҙур эшкә, Өҙгөс алып, теҙгес алып, Етди, олпат, бик эшлекле төҫ сығарып, Йәйен тотор төҫлө эре сырай менән, Ҡалҡыуысҡа һөҙә ҡарап, өҙә ҡарап, Ултыра бит бер көн шулай бер ҙур һармаҡ (Ҡайҙа тиһең?) көрөшкәгә һалып ҡармаҡ...
Һөйөклө дуҫым! Йөрәкте Мин һиңә генә асам. Усыңда ята тетрәп ул, Усыңда -көтөп баһаң. Р. Назаров.
Ә һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй??? 2021 йылдың 4 июнендә Мораҙымда Меркет ырыуының йыйыны үтте. Ырыу аҡһаҡалы Салауат Кильдин үҙенең сығышында Талбазы башҡорт гимназияһын һаҡлап ҡалыу, уға Рәшит Назаров исемен биреү мәсьәләһенә ныҡлы баҫым яһаны. Был бик мөһим, күп кешене борсоған һорау 2017 йылда гимназияла "Р. Назаров уҡыуҙары" н үткәргәндә күтәрелгәйне. Республикабыҙҙың күренекле шәхестәре Риф Мифтахов, Рәшит Шәкүр, Салауат Кәрим, Салауат Әбүзәр, Венер Исхаков, Тамара Искәндәриә, Лариса Абдуллина, Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, Айнур Үтәев, Зәки Алибаев, Айгиз Баймөхәмәтов, Ринат Рамазанов һ. б. гимназияла булған ҡунаҡтар, бер һүҙһеҙ, Рәшит Назаровтың исемен райондағы ҙур уҡыу йорто - Талбазы башҡорт гимназияһы йөрөтөргә тейеш тигән фекер әйтте. Әммә, кешеләр ниндәйҙер сәбәптәр менән өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе, ҡайһы берәүҙәр (шул иҫәптә төрөмбәттәр ҙә) ҡаршы төштө. Аңлашыла, ауыл халҡының шағирҙың исемен үҙ мәктәбенә бирҙергеһе килә. Мәктәпте йәшәтер өсөн бик күп ҡаршылыҡтарҙы хәл итергә кәрәклеген яҙып тороу ҙа кәрәкмәй. Быны барыһы ла аңлайҙыр... Мораҙымдар киләсәк быуынды хәстәрләп, уның киләсәген бөгөн кисекмәҫтән хәл итергә кәрәклеген аңлайҙар. Бөйөк шағирҙың исемен мәңгеләштереү - ул башҡорт телен, әҙәбиәтен һаҡлау, пропагандалау!
ШИҒЫР Күңелһеҙ ҙә, дуҫҡай, утың һүнеп, Безләк менән алйып ултырыу, Унан яман икән дәфтәреңә Сейле-бешле шиғыр тултырыу. Шиғыр булһа булһын ынйы һымаҡ, Янһын әйҙә дошман йөрәге. Улай булмай икән - маташма ла, Һуҡыр бер тин уның кәрәге! Р. Назаров (28.11.1960)
Шағирҙың исеме, образы бөгөн шиғриәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Рәшит Назаровтың тормош юлы һәм ижады тураһында видеопрезентация тәҡдим итәм.
"Шуныһы һөйөнөслө:шағир Рәшит Назаров ижады йылдан-йыл нығыраҡ таныла, үҙ бейеклегенә күтәрелә бара. Быны раҫлап тораһы ла юҡ... " Риф Мифтахов.
Р. Назаров ЕГЕТ Ҡайтып килә. Ҡулы майға батҡан, Маңлайында ҡара тир эҙе. Егет көлә! Бына тәүге тапҡыр: "Улым", - тине, буғай, ер үҙе! "Улым", - тине. Ниндәй еңел икән, Ерең ятһа йөрәк эсендә... Көнө буйы егет һабан һөрә, Йырлай-йырлай ҡайта кисендә. Бөтә бите саң да туҙан ғына.., Тормош әле яңы башлана! Йөҙ һырында ҡара артҡан һайын, Күңел түре уның сафлана. Ере уға бөгөн: "Улым", - тине, Бындай бәхет тағы ҡайҙа бар? Эшләй егет. Ергә рәхмәт һүҙен Тик тир менән генә яҙалар!
Сайт TOP100VK.COM НЕ собирает и НЕ хранит данные. За достоверность информации сайт ответственность не несет.
Пожалуйста, сообщите нам причину, по которой страница https://top100vk.com/group/50326825/ должна быть проверена.