КУРАЙ-ТВ

КУРАЙ-ТВ
публичная страница
52991 подписчика
Группа КУРАЙ-ТВ размещена в разделе Шоу, передача. Официальный домен/сайт kuraitv1.
Блокировка

Нет ограничений

Видимость

открытое

Верификация

Сообщество не верифицировано администрацией ВКонтакте

Популярность

У сообщества нет огня Прометея

ID

177131683

Домен

kuraitv1

Название

КУРАЙ-ТВ

Статус

"Ҡурай-ТВ" - музыкально-развлекательный канал

Описание

Телефон - 8 (347) 262-87-00 (Внутренний код -543) “Курай - ТВ” – музыкально-развлекательный канал, в эфире которого представлены программы, посвященные различным направлениям культурной и общественной жизни Башкортостана - музыке, живописи, театру, литературе, кино, религии, науке, образованию и многим другим. Телеканал специализируется на музыкальных проектах, на передачах о башкирской культуре, истории, традициях и обычаях… “Курай-ТВ” имеет статус семейного канала, так как это единственный башкирский канал в мире с сеткой вещания 24 на 7. Основной целевой аудиторией являются зрители от 16 лет и старше. Телеканал не транслирует коммерческую рекламу, но активно анонсирует события культурной жизни республики, а также собственные передачи. Телеканал в короткие сроки завоевал популярность у огромного количества зрителей не только в нашей республике, но и далеко за ее пределами. Благодаря уникальной творческой разработке тематических направлений, рубрик, цикловых передач, развлекательных, познавательных программ “Курай - ТВ” снискал уважение музыкальной общественности Башкортостана. Телеканал “Курай-ТВ” ведет активную работу с талантливой молодежью республики, привлекая их к участию в новых проектах, конкурсах, творческих соревнованиях, хит-парадах и промо-акциях. “Курай - ТВ” является идейным вдохновителем и учредителем первой республиканской телепремии “Ҡурай даны”. Премия вручается в 10 номинациях: “Человек земли”, “Человек профессии”, “Деловая женщина”, “Меценат года”, “Мастер дела ремесленник”, “Добросердечная семья”, “Творческая семья”, “Мастер пера”, “Лучший певец года”, “Лучший клипмейкер”. Победитель определяется посредством СМС-голосования. В рубриках “Моңло иртә”, “Йондоҙло ямғыр”, “Йондоҙло төн” “Курай-ТВ” знакомит зрителей с концертами звезд башкирской эстрады; В рубрике “Онотолор тимә...” представлены ретро-песни, а также народные песни (оҙон көй) В рубрике “Йәштәр тауышы” звучат песни молодых исполнителей ; В рубрике “Премьера” представлены новые клипы, трансляционные концерты, юбилейные и творческие вечера. “ҠУРАЙ ШОУ” – еженедельный хит-парад клипов, который составляется посредством голосования в соцсетях. "Включена Роскомнадзором в перечень персональных страниц: https://knd.gov.ru/license?id=6735fa6c4d86083881cda0d0®istryType=bloggersPermission"

Тип

публичная страница

Возрастное ограничение

16+

Тематика

Шоу, передача

Стена

ограниченная

Сайт

https://bash.news/kuraj

Подписчики
52991 подписчика

Записи сообщества

🙏🏻 УН МАТУР ҒӘҘӘТ Нимә яҡшы, нимә насар икәнде, әгәр ул күҙгә күренерлек хәлдә булмағанда, белеп тә булмай ҡуя. Шулай уҡ кешене лә. Яҡшы кешеме ул, насармы – аныҡ ҡына баһалауы ауыр. Әммә үҙен “яҡшы” тип иҫәпләгәндәрҙә ун матур ғәҙәт булырға тейеш, тиҙәр. ЯРҘАМСЫЛЛЫҠ Кемгәлер ауыр, бәләгә ҡалған йәки төшөнкөлөккә бирелгән икәнлеген белгәндә үҙ белдегең менән ярҙамға килеү. Һүҙ менән, теләктәшлек менән һәм матди ярҙам итә белеү. “Уй, уның хәле шулай икән” тип тел сарлау йәки ситтән генә йәлләү түгел, ә кире талап ителмәгән, хаҡ һоралмаған, рекламаға һәм халыҡҡа күрһәтеүгә ҡоролмаған хәйриә ярҙамы. Берәй ауырыуға дарыуға, операцияға аҡса биргәнегеҙ, күп балалыларға үҙегеҙҙең иҫкене түгел, ә берәй тапҡыр яҡшыны бүләк иткәнегеҙ, ҡарауһыҙ әбей-бабайҙы йыуындырып-тәрбиәләп ҡуйғанығыҙ, кредитҡа батҡан туғанығыҙ (танышығыҙ) өсөн түләшкәнегеҙ, мохтаждарға ит, картуф һымаҡ үҙегеҙ үҫтергәнде алып барып биргәнегеҙ, кемгәлер бушлай эш эшләгәнегеҙ бармы? Ысынлап ярҙам итеү ул бурысҡа биреп тороу йәки ярҙам иткән булып ҡыланыу, кешененең ауыр хәлен һыҙыҡ өҫтөнә алып күрһәтеү, үҙеңә уңайлы йәки файҙалы саҡта ғына ҡул һуҙыу түгел, ул үҙеңдең ҡылығыңдан эске ләззәт алыу һәм икенсегә тойомло файҙа килтереү. ДӨРӨҪТӨ ҺӨЙЛӘҮ Алдашмау. Һәр хәлдә алдашмаҫҡа тырышыу. Хәбәрҙе йәки ваҡиғаны үҙгәртмәү, үҙеңдән өҫтәмәй, ҡабартмай, арттырмай ғына һөйләй белеү. Дөрөҫ хәбәр һәр ваҡыт уңайлы һәм яйлы ла булмаҫҡа мөмкин. Тик дөрөҫ һөйләй белеү һәм алдашмау йәмғиәттә шундай тиҙ баһалана. Һинең был сифатыңды шунда уҡ аңғарасаҡтар. Шулай уҡ алдаҡсы булыуыңды ла. ТӘРБИӘ Был төшөнсә аҫтына бик күп ғәҙәттәрҙе индерергә булалыр. Мәҫәлән, тейешле урынға ваҡытында килеү – һуңламау. Башҡаларҙың һине көтөп ваҡытын сарыф итеүенә юл ҡуймау. Өҫтәл артында, ашағанда, аҙыҡ-түлек ҡулланғандағы этикет тәртиптәрен тотоу. Кеше менән һөйләшә белеү, уның йөҙөн йыртмау, етешҙелектәрен бәреп әйтмәү, унан көлмәү, кәмһетмәү, тупаҫ һүҙҙәр ҡулланмау. Һөйләшә белмәү, моғайын, иң таралған тәрбиәһеҙлек билгеһелер. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар араһында күҙәтергә була быны. “Һимергәнһең, ябыҡһың, нишләп буянмағанһың, был күлдәкте шунсаға алдыңмы, миндәге матурыраҡ, яҡшыраҡ, уңайлыраҡ һ.б.” тигәнерәкте улар бер-береһенә башҡалар алдында ташлаусан. Теләктәшлек артына йәшерелгән тупһыҙлыҡ был, үҙен тәрбиәлемен тип иҫәпләгән кеше ундайҙы әйтмәй. Тәрбиәле булыу ул һүҙҙе, вәғәҙәне, әйтелгәнде тота белеү. Үҙең биргәнде лә, башҡаларҙан алғанды ла. Серҙе һатмау. Кеше хәлен ғәйбәт итеп һөйләмәү. ҺЫҒЫЛМАЛЫҠ Һығылмалы булыу ул тән һығылмалығын йәки холоҡ йомшаҡлығын аңлатмай. Ә өҙә, ҡырҡа һуҡмайса, башҡаларҙы ла һәм үҙеңде лә йәрәхәтләмәйсә хәл итә, килешеп эшләй белеү, ниндәйҙер маҡсаттарға ирешеү өсөн, кемдер менән ярашып йәшәү өсөн аҡыллы ысул. Һығылмалыҡ күрһәтә белеү ул көс һәм аҡыл сифаты. Һығылмалы була белгәндәр, ғәҙәттә, күпкә өлгәшә. Был ғәҙәткә лә өйрәнергә, холоҡто тәрбиәләргә була. ТОҒРОЛОҠ Иң һоҡланғыс һәм һирәк осрай торған күренеш. Ир менән ҡатын, һөйгән йәрҙәр, туғандар, дуҫтар, коллегалар, рухташтар һәм хатта күршеләр араһында ла була был тойғо. Бер-береңде һатмау, үҙ-аралағы хистәрҙе бысратмау, бирелгән һүҙҙәрҙе, һөйләнелгән, эшләнелгәндәр араһына башҡаларҙы тығылдырмау һәм ситкә сығармау. Кеше кемгәлер тоғролоҡ һаҡларға тейеш. Үҙе һәм намыҫы алдында. Әгәр унда берәүгә лә ҡарата тоғролоҡ тотолмай, ул иренә (ҡатынына) хыянат итә, дуҫын һөйләй, коллегаһын яманлай, ата-әсәһен, балаларын кемдәргәлер алмаштыра ала икән – был әҙәмдең йәнен шайтан биләп алған һәм ул шайтанға ғына тоғро. ЭШЛЕКЛЕЛЕК Һәр ир егәрле ҡатын, һәр ҡатын эшлекле ир һәм һәр етәксе хеҙмәтсән хеҙмәткәрҙәр теләй. Эшләү - аҡ эшме, ҡарамы, аҡыл эшеме, ҡул эшеме – хәрәкәт, алға китеш, барлыҡ ул. Мәҫәлән, эшкә йөрөйһөң икән килем алаһың, кәсеп итәһең икән мал табаһың, өй йыйыштыраһың икән таҙалыҡта йәшәйһең, баҡса ултыртаһың икән уңышың, мал аҫырайһың икән аҙығың була. Ялҡаулыҡ быларҙың киреһен алып килә. Эш башҡарыу күңелде лә аяҙыта, уйҙарҙы таҙарта, ваҡытты исрафлауҙан ҡотҡара һәм эшләгәнең бит ниндәйҙер ыңғай күрһәткес тә бирә. Эшлеклелек кешегә ҡарата яҡшы ҡараш, хөрмәт тә булдыра. Эшлекленең эргә-тирәһе, тотҡан донъяһы, башҡарған эштәре уның ошо матур сифаты хаҡында мәғлүмәт биреп тора. ХИСЛЕЛЕК Алсаҡлыҡ та тиергә мөмкин. Нисек кенә булғанда да хисле, асыҡ, алсаҡ кешеләр менән аралашыу ҙа еңелерәк һәм уларға тартылаһың да. Йомоҡ, туң әҙәмдәр ышаныс тыуҙырмай, биҙрәтә. Шаярта белгән, юморҙы ҡабул иткән, һоҡлана, маҡтай, хуплай, теләктәрен еткерә алған, кәрәктә ихлас көлөшә лә белгәндәр менән еңел дә, рәхәт тә. Аралашҡан йәки танышҡан кеше эмоцияларын сығарыр, күрһәтер һүҙ ҡатһа, һөйләһә уға ҡарата йылы тойғолар уяна. Хислеләр эскерһеҙ ҙә, таҙа уйлы ла, бер ҡатлы ла кеүек. Барыһы ла шундайҙар менән генә аралашырға теләй. Икенселәрҙән ихласлыҡ көтәһең, ә үҙең шулай була беләһеңме? ИЗГЕЛЕК Изгелек ул кешегә яуызлыҡ ҡылмау ғына түгел, ә яҡшылыҡты башҡарыу, үҙ булышлығың, үҙ ҡулың менән атҡарыу. Икенсе кешегә, тәбиғәткә, хайуандарға ҡарата йылы, сәләмәт, аяулы ҡараш. Оло кешене етәкләп юл аша үткәреү, берәҙәк этте ашатыу, ағасты һындырмау, йылғаны ҡыйҙан таҙалау, юлсыны ултыртып алыу, икмәгең менән бүлешеү, ауырыуҙың хәлен белеү, яҡшы теләктәрҙә ҡала белеү. Изгелек матди берәмектәрҙә баһаланмай, уны аҡса йәки ярҙамның ҙурлығы-бәләкәйлеге менән билдәләмәйҙәр. Был эске ыңғай энергияның көсөнә ҡарай. Эсеңдә ни тиклем изгелек бар, һин шул тиклем сығараһың да. Эскерһеҙ була изгелек, мин һиңә изгелек ҡылдым, һин дә ҡыл, тигән формала түгел. Изгелекте көсләп таҡмайҙар, көсләп күрһәтмәйҙәр, бына мин изгелек эшләнем, һеҙ баһаламанығыҙ, тип үпкәләмәйҙәр. Бөгөн изгелек төшөнсәһе артыҡ яһалма һәм күрһәткескә әйләнде. Изгелекте беҙ аҡыллыраҡ һәм мөһимерәк булып күренеү өсөн башҡарабыҙ. Етәкселәр үҙ бурыстарын үтәүҙе лә изгелек итеп күрһәтә экранда. Әммә был изгелек түгел. Изгелек ул күпкә бөйөгөрәк, юғарыраҡ һәм таҙараҡ төшөнсә. БАТЫРЛЫҠ Батырлыҡ ул көслө йәки бәһлеүән булыуҙан килмәй. Яндырай, уҫал, еңмеш булыуҙан да түгел. Батырлыҡ әҙәмдә һәр ваҡыт та булмаҫҡа, әммә кемделер яҡларға, ҡурсаларға, ҡотҡарырға кәрәк булғанда ҡалҡып сығырға мөмкин. Эсеңдә, рухыңда батырлыҡ бар икән – ул сығасаҡ, юҡ икән – юҡ, тимәк. Батырлыҡ бәлә килгәндә һинең үҙең хаҡында оноттора, йәнеңде аямаҫ, ғүмереңде йәлләмәҫ халәткә еткерә. Батырлыҡ ул өйөрҙәге һәүеректең ҡапыл ҡанаттары асылып китеп толпарға әүерелгәне һымаҡ, ябай ғына, тыйнаҡ ҡына кешенең дә башҡалар өсөн ниндәйҙер хәүефкә, ҡурҡынысҡа ынтылыуы, уларҙы үҙ тәне (образлы рәүештә лә) менән ҡаплай алыуы. Батырлыҡтың ҙуры-бәләкәйе булмай. Ул да дәүмәл менән баһаланмай. ТЫЙНАҠЛЫҠ Кешене матурлыҡ та, байлыҡ та, һәләтлелек тә, билдәлелек тә түгел, ә әҙәп һәм тыйнаҡлыҡ биҙәй. Күп билдәле кешеләр тыйнаҡлыҡты юғалтыу, әҙәп самаһын емереп китеү арҡаһында һөйкөмһөҙгә әүерелә. Интернетты асып ҡарағанда ғына ла самаларға була быны, берәүҙәр фотоһүрәттәрен таҫмаға һала ла һала, һала ла һала. Кешенең күҙен ғарыҡ итеп, һүрәттәре арыу ғына булған хәлдә лә, тыйнаҡһыҙлыҡтары менән ытырғаныу уяталар. Тыйнаҡһыҙ әҙәм үҙенә иғтибарҙы, хөрмәтте, данды талап итә. Ә тыйнаҡтар быларҙы хатта яулап алған хәлдә лә алға ҡуймаҫ. Тыйнаҡ кешенең эске тотанағы уның күҙ ҡарашынан, үҙен кеселекле тота белеүенән үк күренеп тора. Тыйнаҡлыҡ үҙбаһаңды төшөрөү йәки үҙеңде кәм итеп күрһәтеү түгел, ә башҡаларҙы түбәнһетмәү ул. Был ун сифаттың барыһы ла бер кешелә булмаҫҡа ла мөмкин. Әммә быларҙың береһе генә һине биҙәгәндә лә - яҡшыһың, күңелеңә сәләмәт орлоҡтар сәселгән. Һәм тағы ла, үрҙәгеләрҙең барыһы ла бер-береһенә бәйле һәм бер-береһен тулыландырып, тултырып, үҫтереп килеүсе төшөнсәләр. Тимәк, һин хисле икән, изгелегең дә бар, батыр икән, тоғро ла була алаһың, эшлекле генә түгел, кәрәктә һығылмалыҡ та күрһәтер көсөң бар. Эҙлә шуларҙы күңелеңдә, тап, сығар өҫкә һәм һин иң яҡшы кеше булырһың. 👉🏻 Миләүшә Ҡаһарманова сәхифәһенән алынды #КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

Бөгөн үҙенең тыуған көнөн моңло тауышлы йырсы Әлфиә Зәһиҙуллина билдәләй! "ҠУРАЙ-ТВ" каналы редакцияһы исеменән оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! ❤ #КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

🦋 Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар! Бер ҡасан "ярҙам ҡулын" һуҙырға арынма, шул саҡта һиңә үҙеңә "ярҙам ҡулы" ғына түгел, сауап булып бәхет яуыр . . . #КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

🌙 Бөгөн таңдан эсем бошасы... Эс бошмаҡҡа әллә ни сәбәптәре лә юҡ һымаҡ. Аңлай алмай эстән генә һыҙып йөрөйөм. Күңел төбөнән әллә ниндәй көй сыға ла мыңғырлап шуны көйләйем. Аңғармаҫтан телем көй ыңғайына "Балааам" тип ҡуйҙы. Улымды һағыныуым бит был! Һуң, балаһын һағынған әсә һағышы бит был! Ҡапыл ғына тубырлап тамған йәштәремде һыпырам да итәк аҫтына йыйып ултыра алмаҫһың бит инде балаларыңды, тип үҙемде тынысландырам) Бына шулай, йылдар маңлайҙарға ғына һырҙар һыҙмай, йөрәккә лә тамғалар һуға бара икән. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, имен генә булһындар инде, Аллам. Бер үк мәрхәмәтеңдән, киң ҡөҙрәтеңдән айырма инде, балаҡайҙарымды, Раббым! Гузҽль Мурзаҽва #КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

🌻 Бағланыш Көнбағыш баға ҡояшҡа, Ә ҡояш - көнбағышҡа. Иҫең китер донъялағы Бындай ҙа уйланышҡа! Көнбағыш тип әйтһәм - ҡояш, Ҡояш тиһәм - көнбағыш. Ҡайһылай сағыу ҡыуаныс, Ҡайһылай яҡты һағыш! Ҡояш көнбағыш сүрәтле, Көнбағыш ҡояшланмыш. Ул ошолай була икән Һөйөүгә бағышланмыш! Тәғәйенле ерҙә, күктә, Бар ни ҙә арналышлы. Мөхәббәтле күңелебеҙ Көнбағышлы, ҡояшлы. Таңһылыу Ҡарамышева #КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

🌙 Талантлы йырсы [id18783675|Рәил Өмөтбаевты] тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын! 🌐 Бөгөн 18:00 сәғәттә эфирҙа Рәил Өмөтбаевтың моңло йырҙарын бергәләп тыңлайыҡ. #КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

🙏🏻 Бөгөн, 3 август, йырсы, актёр, режиссёр һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Арыҫлан Йәнбәковҡа 41 йәш тулған булыр ине... Башҡорт сәнғәте күгендә иртә атылған яҡты йондоҙ... Ҡабатланмаҫ моң эйәһе, талантлы артист тураһында иҫтәлектәрегеҙҙе яҙһағыҙ ине. 🌐 Бөгөн сәғәт 21:00 сәғәттә Арыҫлан Йәнбәков иҫтәлегенә арналған "Ваҡыт ҡуласаһы" тапшырыуын ҡарарға саҡырабыҙ. #КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

☀ Бөгөн үзенең тыуған көнөн республикабыҙҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, тиҫтәләгән проекттар авторы, «Ҡурай» каналының етәксеһе - [id49620525|Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева] билдәләй! «Ҡурай» телеканалы редакцияһы исеменән hеҙҙе ошо матур байрамығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ! Донъяның бар матурлығын,ҡояш нурҙарының иң яҡтыһын,сәләмәтлектең ныҡлыһын,ғүмерҙең оҙонон,бәхеттең сикһеҙен теләйбеҙ! Туғандарығыҙға терәк-таяныс булып,шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп,бәхетле,имен тормошта оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай. Һеҙҙең ныҡлы етәкселек аҫтында телеканалыбыҙ артабан да сәскә атыр, тигән ышаныстабыҙ! Күпме булһа ерҙа изге теләк- Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да. Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын Тыуған көндөң һәр бер таңында. Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар Изгелектәр булып ҡайтһындар, Тыуыр таңдар алып килһен һиңә Сәләмәтлек,бары шатлыҡтар! #КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

Сайт TOP100VK.COM НЕ собирает и НЕ хранит данные. За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Почта для жалоб: jaredgeharrmerlesch@gmail.com (удаляем страницы по первому запросу!)

Удалить содержимое страницы