 
                        Нет ограничений
открытое
Сообщество не верифицировано администрацией ВКонтакте
У сообщества нет огня Прометея
217352933
club217352933
БИКБАУ ауылы мәҙәни тормошо
Төркөмгә рәхим итегеҙ!
Башҡортостандың Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуып үҫкән һәм әлеге көндә лә унда көн иткән, шулай уҡ республикабыҙ буйлап таралған хөрмәтле яҡташтарыбыҙ! Төркөмдә - ауылыбыҙ тормошо: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге, тәбиғәте, халҡы. Беҙҙең маҡсат: Бикбау ауылын үҙенең тыуған төйәге тип иҫәпләгән, күңелендә уға ҡарата йылы хистәр һаҡлаған дуҫтар, туғандар, класташтар, күрше-күләндәр өсөн үҙ-ара аралашыу, хәтирәләр менән уртаҡлашыу, танышыу, кәрәк икән - ярҙамлашыу мөмкинлеге булдырыу. Аралашыу өсөн сикләүҙәр юҡ: Бикбау биләмәһенә ҡараған барлыҡ ауыл халҡын да үҙебеҙгә саҡырабыҙ! Райондаштар ҙа ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ! Һеҙҙән иҫтәлекле фотоһүрәттәр, ҡыҙыҡлы яҙмалар көтөп ҡалабыҙ! Байрамдар, туйҙар, тыуған көндәр, юбилейҙар менән ҡотлау өсөн дә бик уңай беҙҙең төркөм. Хөрмәтле ауылдаштар, яҡташтар! Аралашайыҡ, бергә булайыҡ, бер-беребеҙҙе күтәрмәләп йәшәйек! Бер генә үтенесебеҙ бар: аралашыу мәҙәниәтен һаҡларға тырышайыҡ🙏 Былай ҙа еңел булмаған осорҙа бер-беребеҙҙең күңелен рәнйетмәй генә, әҙәпле итеп аралашайыҡ! Ҡәҙерле ауылдаштар, тамырҙары ошо ауылдан булған яҡташтар! Беҙҙең төркөмгә рәхим итегеҙ! Ауылдың тормошона йән өрөү, үткәненә байҡау яһау, хәҙергеһен бергәләп булдырыу һәм һаҡлау - беҙҙең маҡсатыбыҙ. Күмәкләгән - яу ҡайтарған🤗🤝
публичная страница
16+
Культура
ограниченная
не указан