Башкирские песни и слова песен

Башкирские песни и слова песен
публичная страница
3291 подписчика
Группа Башкирские песни и слова песен размещена в разделе Альбом. Официальный домен/сайт bashtapa.
Блокировка

Нет ограничений

Видимость

открытое

Верификация

Сообщество не верифицировано администрацией ВКонтакте

Популярность

У сообщества нет огня Прометея

ID

111359432

Домен

bashtapa

Название

Башкирские песни и слова песен

Статус

яратҡан йырҙар - яратҡан һүҙҙәр

Описание

Һеҙ яратҡан Башҡортса ,Татарса йырҙар Һуҙҙәре менән.Башҡортсаға тәржемә --редактор (.Хусаинов Ю.)

Тип

публичная страница

Возрастное ограничение

16+

Тематика

Альбом

Стена

закрытая

Сайт

не указан

Подписчики
3291 подписчика

Записи сообщества

Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай? Ҡайҙа һандуғас һайрай, Йыры моңло шул ҡәҙәр! Эҙләнем йырсы ҡошсоҡто, Таба алманым мәгәр. Ҡайҙа һандуғасҡай һайрай, Ҡайҙа һуң тирәккәйе? Ни тиклем һыйҙыра моңдо Кеп-кескәй йөрәккәйе! Ҡайҙа һандуғасҡай һайрай, Эҙләп табырға ине; Уның бөтә йырҙарын да Отоп ине алырға.

Фидан Гафаров - Ҡышҡы романс Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр… Ҡушымта. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға… Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Ҡушымта. Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.

Туй күлдәге аҡ ефәктән Ҡыҙҙар гүя аҡҡоштар Аҡлыҡ бит ул сафлыҡ бит ул Яуһын әйҙә алҡыштар Туй күлмәген кейгән ҡыҙҙан Көнләшеп тә үләрлек Туй күлмәге бер көнлөк ме Туй күлмәге ғүмерлек Аҡ теләктәр, аҡ ефәктәр Туйҙа ғүмер ғүмерҙән Туй күлмәге кейгән ҡыҙҙың Урыны була гел түрҙә Туй күлмәген кейгән кыҙҙан Көнләшеп тә үләрлек Туй күлмәге бер көнлөк ме Туй күлмәге ғүмерлек Аҡлыҡ бит ул, сафлыҡ бит ул Туй күлмәге кейеүе Иркәм тейеп, йәрем тейеп Онытылып һөйөүе Туй күлмәген кейгән ҡыҙҙан Көнләшеп тә үләрлек Туй күлмәге бер көнлөк ме Туй күлмәге ғүмерлек

Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем Мин һеҙгә иң матур йыр эҙләнем Ул йырҙы таптым тыуған илемдән Моңло көй оттом турғай теленән Әйҙәгеҙ дуҫтар йырлайыҡ бергә Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына Йәшәйек донъяла һайрап ҡына Килдем һеҙгә иҙел диңгеҙ кисеп Һеҙҙе һанып ҡанатланып осоп Ҡош ҡанаттары түгел инемдә Йыр ҡанаттары минең күңелдә Әйҙәгеҙ дуҫтар йырлайыҡ бергә Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына Йәшәйек донъяла һайрап ҡына Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем Мин һеҙгә иң матур йыр эҙләнем Ул йырҙы таптым тыуған илемдән Моңло көй оттом турғай теленән

Мин башҡорт булып тыуғанмын. Башҡорт булып ҡалырмын Тыуған ерҙе кем баҫа Сит дошмандан һаҡлармын Минең ата- бабалар Бер кемгә баш эймәгән Эй миннән ҡурҡығыҙ Мин һеҙгә етеп киләм Әллә беҙ йыуаш тигәс тә Һеҙ шашыр өсөн түгел Беҙҙе аруҡ көйҙөргәс Кем икәнен белдек бел Атта сабып барғандай Беҙ башҡорт егеттәре Кәрәк булһа ил һаҡлай Замандар бөркөттәре Яратам Тыуған яҡтарымды "Хаҡ" ламам Башҡортостанымды Яратам Тыуған яҡтарымды "Хаҡ" ламам Башҡортостанымды

Завтра простятся с Василей Фаттаховой 18:51 Песня композитора Урала Рашитова "Туган як" ("Родной край") - лучшая в номинации «Интернациональная песня» на фестивале эстрадной песни «Хрустальный соловей», лауреат номинации «Лучший хит 10-летия»...

Өзәмен ромашка таҗдарын һөяме, һөймәйме тип йәнем. Әйт, сәскә, дөреҫөн әйт инде, Йыуанһын йөрәгем һәм йәнем. Яратамы? Яратмаймы? Әйтегеҙсе, ромашкалар. Ашыҡма һин, яратыр, тип Яуап бирә миңә алар. Әйт инде әүлийә ромашка, Йәшлегем һиҙҙермәй үтә бит. Мөхәббәт барына ышанам. Йөрөйөм, касан ул килер тип. Яратамы? Яратмаймы? Әйтегеҙсе, ромашкалар. Ашыҡма һин, яратыр, тип Яуап бирә миңә алар. Әйтмәй ул хыялый ромашка, Ышанып йөрүҙән ни сара?! Өмөтем тик һиндә, әүлийәм, — Ҡалдырма йөрәктә гел яра. Яратамы? Яратмаймы? Әйтегеҙсе, ромашкалар. Ашыҡма һин, яратыр, тип Яуап бирә миңә алар.

Алдарыма килеп теҙләндең һин, Ҡулдарыңда ине пар алма. Төштәремә кереп һәр көн шулай Таң атыуға китеп юғалма. Өзөлөптә төштө пар алмаҡай Йәтимләнеп ҡалды алмағас. Өзөлә бит инде үзәккәем, Яңғыҙлыҡтан дауа булмагас. Пар алмалай, пар алмалай инек, Үҙ күҙҙәрем тейҙе, күрәһең. Пар алмалай бигерәк татлы булып, Төштәремә минең керәһең. Өзөлөптә төштө пар алмаҡай Йәтимләнеп ҡалды алмағас. Өзөлә бит инде үзәккәем, Яңғыҙлыҡтан дауа булмагас. Ямғыр яуыр бары һалҡын көҙләр Бар төҫләрҙе ергә тигеҙләп. Төштәремдә күргән пар алманы Баҡсаларҙа йөрөйөм мин эҙләп Өзөлөптә төштө пар алмаҡай Йәтимләнеп ҡалды алмағас. Өзөлә бит инде үзәккәем, Яңғыҙлыҡтан дауа булмагас.

Төш һылыуым ҡурай тартам Тыпырлатып баҫ Йәшермәсе йөҙөңдө һылыуым Франсуз (Зәңгәр) яулығыңды ас Ай зифала буйҙарың Билең нескә тал Ҡурай тартҡан егеткә һылыуым Бер гена күҙеңде һал Төш һылыуым ҡурай тартам Тыпырлатып баҫ Йәшермәсе йөҙөңдө һылыуым бер генә йөҙөңдө ас.

Сайт TOP100VK.COM НЕ собирает и НЕ хранит данные. За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Почта для жалоб: jaredgeharrmerlesch@gmail.com (удаляем страницы по первому запросу!)

Удалить содержимое страницы